Башҡортостан Республикаһы Учалы районы
муниципаль районы Учалы ҡала биләмәһенең
"Үҙәк ҡала китапханаһы"
муниципаль бюджет учереждениеһы
logo
Муниципальное бюджетное учреждение
«Центральная городская библиотека»
городского поселения город Учалы муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан
453700, Республика Башкортостан, г. Учалы, улица Горького, дом 4
тел. +7 (347-91) 6-42-02; e-mail: uch-kitap@yandex.ru

Яҙыусылар менән осрашыу

2022 йыл Рәсәй халыҡтыраның Мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителде. “Фольклорҙы ғына түгел‚ заманса сәнғәтте лә һаҡлау йәһәтенән күп эштәр башҡарырға кәрәк”‚ – тине үҙенең сығышында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова. Рухи яҡтан бай кеше киләсәктә һис шикһеҙ үҙ урынын табасаҡ. Ошо маҡсаттан әҙәбиәтте пропагандалауҙы‚ яҙыусыларыбыҙға иғтибарлыраҡ булыуҙы төп бурысыбыҙ булырға тейеш. 1-се һанлы Учалы ҡала китапханаһы Учалы төбәк яҙыусылар ойошмаһы менән берлектә яҡташыбыҙ Сәлиә Ғатауллинаның “Һин китәһең‚ мин ҡалам” китабының исем туйын үткәрҙе. Был сара авторҙың 60 йәшлек ғүмер байрамын да билделәүҙе күҙ уңында тотоп ойошторолғайны.
Республикабыҙҙың “Башҡортостан”‚ “Йәшлек”‚ Учалы һәм Белорет райондарының гәзиттәрендә‚ шулай уҡ “Ағиҙел” журналында йыш ҡына шиғырҙары һәм хикәйәләре баҫылып тора Сәлиә Ғәлиәхмәт ҡыҙының. Уны ҡотларға ҡәләмдәштәре‚ дуҫтары‚ китап уҡыусылар һәм йәш әртистәребеҙ йыйылды. Кисә авторҙың яңы китабына ингән шиғырҙары‚ әҫәрҙәре менән таныштырыуҙан‚ дуҫтарының‚ яҡындарының иҫтәлектәренән һәм бейеүсебеҙ Ситдыҡова Динә һылыу һәм С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студенты Дәүләтҡолов Эмилдең сығыштарынан ғибәрәт булды. Талантлы кеше бөтә яҡтан да уңған була бит: Сәлиә апай ҙа аш-һыуға оҫта‚ буш ваҡытын баҡсала үткәрә‚ гармунда ла уйнай‚ хатта республикала арахис үҫтергән ханым булараҡ та билдәле.
Учалы яҙыусылар ойошмаһы етәксәһе Солтанова Римма Рәмил ҡыҙы башҡорт әҙәбиәтен пропагандалауҙа‚ 2021 йылда проза өлкәһендә емешле эшмәкәрлек алып барғаны өсөн Сәлиә Ғатауллинаның Мөхәммәт Хәйҙәров исемендәге премияға лайыҡ булыуын дә билдәләне.
Учалы ҡала китапханалары мөдире Нәйлә Мөхтәр ҡыҙы Ғөбәйҙуллина яҙыусы менән китап уҡыусылар араһында күпер һалыуҙа китапханасыларҙың ролен әйтте. ҡунағыбыҙға әҫәрҙыренең үҙ уҡыусыларын табыу бәхетен теләне.
“Артабан да ижади уңыштар юлдаш булһын! Яңы осрашыуҙар көтөп ҡалабыҙ”‚ – тип тамамланды кисәбеҙ.